Бирешмә!

"Бирешмә" сериалында ҡатнашҡан йәш артистар "Тамыр" телеканалы менән берлектә Хәйриә концертын әҙерләй.

Фото №1 - Бирешмә!

Улар церебраль фалиждан интеккән Руслан Шәрәфетдиновҡа ярҙам итергә теләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, сериал сценарийына ярашлы дүрт үҫмер ата-әсәләре ҡаршы булыуға ҡарамаҫтан, тормошон музыка менән бәйләргә теләгәйне. Төп геройҙарҙың береһе Данирҙың һеңлеһе церебраль фалиждан интегә, уға ҡапыл ҡиммәтле операция талап ителә. Үҫмерҙәр ҡыҙҙы дауалауға аҡса йыйыр өсөн хәйриә концерты ойоштора. Йәштәр тормошта ла изге күңелле һәм тик яҡшылыҡҡа ынтыла. Ғафури районында йәшәгән тиҫтерҙәре Русланға ла ярҙам кәрәк булыуын ишеткәс, улар сериалдағы акцияны йәнә ҡабатларға була

Мин тәүҙә хатта ышанмағайным, улай әкиәттә генә булалыр тип уйлағайным. Бик шатмын тамыр каналы ошолай ярҙам иткәне өсөн.

Руслан Шәрәфетдинов

Хәйриә концерты 16 май киске сәғәт етелә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтә. Ойоштороусылар баш ҡала халҡына онотолмаҫ тәьҫораттар вәғәҙәләй. Билет һатыуҙан йыйылған аҡса Руслан Шәрәфетдиновҡа дауалау курсын үтеүгә йүнәлтеләсәк. Әйткәндәй, сара сиктәрендә тамашасыларға төрлө уйындар ҙа уҙғарыу планлаштырылған

Барса тамашасыларҙы саҡырам. Был концертта “Бирешмә” төркөмөнән тыш, Бүреләр, RNT, Илнур Рамазанов һәм шулай уҡ “Тамыр” вокал студияһы балалры ла буласаҡ.

Гөлназ Ҡолһарина,"Тамыр" балалар һәм үҫмерҙәр телеканалы етәксеһе, проект авторы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ