Республика юғары уҡыу йорттарының береһендә ғилми хеҙмәткәр диссертацияны уңышлы яҡлау өсөн ришүәт талап иткән.
Тәфтиш комитеты идаралығы Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәренең материалы нигеҙендә енәйәт эше ҡуҙғатты. Ғәйепләнеүсе ханым 40 йәштә. Ул Башҡорт дәүләт аграр университетында ситтән тороп аспирантурала белем алыусының ғилми етәксеһе булған.
Вазифаһынан файҙаланып ул, Ветеринария фәне буйынса фән кандидаты дәрәжәһен яҡлау мәсьәләһен 450 мең һум ярҙамында хәл итергә тәҡдим иткән. Шул уҡ ваҡытта ришүәт талап итеүсенең ғилми совет ҡарарына йоғонто яһау хоҡуғы булмаған. Ғилми етәксеһенең ҡырын юлға баҫыуын аңлау менән аспирант тәртип һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән һәм оператив сараларҙа ҡатнашырға ризалыҡ биргән. Артабан ул алдан килешеү буйынса доценттың банк иҫәбенә 100 мең һум күләмендә аҡса күсергән. Ришүәт алыуҙа ғәйепләнеүсе Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы вәкилдәре тарафынан ҡулға алған.




