Машина түгел, мөғжизә

Һыу өҫтөндә йөрөгән машина.

Иглин районында йәшәүсе Руслан Ғүмәров ташландыҡ машиналарҙан, иҫке деталдәрҙән техника йыйған. Соҡор йә батҡаҡ юлдарҙы, бурандарҙы "һә" тигәнсе үткән машинаны оҫта ҡуллы замандашыбыҙ өс ай эсендә эшләгән.

Ултырып йөрөргә яратаһың икән, ярҙамлаш. Руслан Ғүмәров ҡыҙына шулай тип, шаярта. Ысынында, иртәнән кискә тиклем тимер-томор араһында йөрөгәндә ҡыҙы уға иптәш тә. Азалия ла һуңғы йылдарҙа атаһы эргәһенән китмәй. Быны аңларлыҡ та, ҡул оҫтаһы үҙ проекты буйынса техника төҙөй.

Ҡурсаҡтар менән уйнарға ла, атайым менән машина эшләргә лә бик ныҡ оҡшай. Тышҡа сығам да, атайым менән бергә эшләйбеҙ.

Азалия Ғүмәрова, Руслан Ғүмәровтың ҡыҙы

Руслан ташландыҡ деталдәрҙән техника йыйыуға ете йыл элек ныҡлап тотона. Һөнәре буйынса иретеп -йәбештереүсегә был шөғөл ауыр бирелмәгән. Шулай ҙа деталдәрҙе беркеткәндә иғтибарлы булыу кәрәк, ти ул. Сөнки бәләкәй генә етешһеҙлек тә техника йөрөшөнә кире тәьҫир итә икән. Ә күптән түгел оҫта ҡуллы тағы ла бер вездеход йыйған, дөйөм коллекцияла машиналар иҫәбе ике тиҫтәнән ашҡан.

Өс ай эсендә йыйылған техника менән ҡыш балыҡҡа, йәй бесәнгә лә йөрөргә мөмкин. Сөнки ул һыуҙа батмай... Әйткәндәй, техника менән идара итеүе ауыр түгел. Шуға ла ҡул оҫтаһының эшенә күптәр ҡыҙыға.

Был техника сәғәтенә 40 саҡрым юл үтә, двигателдең ҡеүәте 17 ат көсөнә тиң. Иҫке деталдәрҙән камиллаштырылған техникаға ҡарап, ҡулдан эшләнгән тип әйтмәҫһең дә. Иң мөһиме юлһыҙ ерҙәрҙә уға еткән машина юҡ.

Руслан Ғүмәровтың ихатаһында тағы ла ике багги йыйыла башлаған. Спорт автомобилдәрен эшләү буйынса уның байтаҡ тәжрибәһе бар. Шуға ла әҙер проект, деталдәр, аҡса булғанда эште ике айҙа тамамларға була, ти ул.

Минең өсөн бындай техникалар төҙөү бер ни түгел. Шуға ла бер үк моделле машиналарҙың иҫәбен дә белмәйем. Киләсәктә ҙур вездеходҡа тотонорға хыял бар, уның менән ҡышҡы һыуыҡтарҙа ла йөрөүе уңайлы булһын өсөн бөтә яҡтан ябыҡ булырға тейеш.

Руслан Ғүмәров, инженер-механик

Руслан киләсәктә клуб та ойоштормаҡсы Сөнки бындай машиналар ауыл ерендә ир-егеттәрҙең алыштырғыһыҙ ярҙамсыһы. Етмәһә, үҙ ҡулдарың менән йыйған ҡорос ат сит ил техникаһынан бер ҙә ҡайтыш түгел.

Автор: Фәниә Юланова