Бөгөн бензин 30 тингә күтәрелде. Бынан ары 92-се маркалы бензиндың бер литры өсөн 38 һум 50, 95-сегә 41 һум 20, дизель яғыулығына 41 һум 50 тин түләргә тура киләсәк. Бензингә хаҡ артыуы апрелдә генә ике тапҡыр теркәлде. Һуңғы тапҡыр ул уҙған аҙнала, 3 майҙа 30 тингә күтәрелгәйне.




