Футбол майҙанында ер убылған

Өфөнөң 160-сы лицейында теркәлгән ваҡиға буйынса белгестәр тикшереү үткәрә. Соҡор киңлеген, уның ни сәбәптән барлыҡҡа килеүен асыҡлау маҡсатында эргә-тирәләге дренаждар, һыу үткәреү торбалары тикшерелә.

Фото №1 - Футбол майҙанында ер убылған

Ер ишелеүен мәктәп етәкселеге ҡар әрселеү менән белеп ҡала. Әлеге ваҡытта футбол майҙанының соҡор урыны кәртәләп алынған. Мәктәп уҡыусылары физкультура дәресендә тренер күҙәтеүендә генә шөғөлләнә. Мәктәп проектын төҙөүселәр менән дүшәмбе белем усағында осрашыу ҡаралған.

Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара. Ҡыш көндәрендә футбол яланына теймәҫкә булдыҡ, был хәлдең сәбәптәрен асыҡлағас, беҙгә мәктәпте төҙөп тапшырған ойошма гарантия буйынса футбол яланын эшләп тапшырасаҡ.

Илнур Сәлихов, Өфөнөң 160-сы лицейы директоры

Автор: Фәниә Юланова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ