Урман ултыртыу көнө

Бөгөн Рәсәйҙә Урман ултыртыу көнө. Бөгөн дәүләт эшмәкәрҙәре, төрлө ведомство вәкилдәре, студенттар Георгий Рутто исемендәге паркта 300 ҙән ашыу ҡарағай үҫентеһе ултыртты.

Фото №1 - Урман ултыртыу көнө

Шәмбе иртәһендә Лимонарий ҡаршыһындағы паркта республика хөкүмәте, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре йыйылды. Ҡулдарына ғәҙәттә, ҡәләм генә тотоп эшләргә күнеккән дәүләт эшмәкәрҙәре көрәк, биҙрә тотоп эшкә кереште. Тәү ҡарашҡа, классик костюмда йөрөүселәрҙе танырлыҡ та түгел. Һәр кем изге эштә ҡатнашырға, үҙ өлөшөн индерергә тырышты. Берҙән, ҡарағайҙар ҡала уртаһында саф һауа сығанағы буласаҡ, икенсенән - иҫтәлек.

Был ағастар үҫеп китһә иҫтәлек булып ҡала. Беҙҙең Республика парламентында эшләгән дәүеребеҙҙең иҫтәлеге. Ағастарҙың мәшһүр һәм мәғрүр булып үҫеп китеүен теләйбеҙ.

Йомабикә Ильясова, Дәүләт йыйылышы - ҡоролтай рәйесе урынбаҫары

Урмансылар иһә кәңәштәрен еткерҙе. Ылыҫлы ағас ергә ерегеп китһен өсөн үҫентене ултыртҡанда ботаҡтарын көньяҡҡа ҡаратырға кәрәк. Көн һайын йәмәғәт эшендә ҡайнаусылар өсөн ағас ултыртыу ят эш түгел, уларҙың да үҙ донъяһы бар. Ә күптәре өсөн баҡсасылыҡ яратҡан шөғөл.

Үткән аҙнала үҙемдең баҡсамда төрлө-төрлө ағастар ултыртҡайным. Бында инде йәмәғәт эше. Паркты матур ҡиәфәткә килтереүебеҙгә бик шатбыҙ. Минеңсә был паркты тәртипкә килтереү күптән кәрәк ине.

Эльвира Айытҡолова, Дәүләт йыйылышы - ҡоролтай комитеты рәйесе

Акция өсөн Өфө, Стәрлетамаҡ, Архангел районы питомниктарынан 300-ҙән ашыу ҡарағай үҫентеләре килтерелгән. Ә ағас ултыртыу урыны итеп тап Георгий Рутто исемендәге паркты һайлау осраҡлы түгел. 1950 йылда булдырылған ҡала баҡсаһы ташландыҡ хәлдә. Быйылдан уны тергеҙеү эше башланды. Өмәгә килеүселәр ағас ултыртып ҡына ҡалманы, парк биләмәһен һынған, ҡороған ағастарҙан да таҙартты.

Был паркҡа иғтибар артасаҡ. Был парк федераль ер һәм уның хужаһы Урман хужалығы министрлығы. Беҙ уны ҡарайбыҙ, тәртиптә тотабыҙ һәм төҙөкләндерәбеҙ.

Айрат Искәндәров, Башҡортостан урман хужалығы министры ярҙамсыһы
Башбат

Ағас үҫентеләре ултыртыу республика урмансылыҡ хужалыҡтарында 19 майға тиклем дауам итә. Экологик акциянан Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһын тамамлаусылар ҙа ситтә ҡалманы. Улар ҡарағайҙарҙың береһенә "Рәми ҡарағайы" исемен бирергә ҡарар ителде.

Автор: Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ