"Йәшә, урман!" Бөтә Рәсәй акцияһына Күгәрсен районы халҡы ла әүҙем ҡушылды. Хоҙайбирҙе ауылы эргәһендә дүрт меңгә яҡын ылыҫлы ағас ултыртылды.
Изге эштә район предприятиялары, йәмәғәт берләшмәләре, ауыл биләмәләре, мәктәп уҡыусылары һәм урындағы халыҡ ҡатнашты. Махсус кәртәләнгән биләмәлә кешеләр ҡарағай үҫентеләре ултыртты, ә инде район мәҙәниәт һарайы артистары сараны мәҙәни яҡтан биҙәне. Был ваҡытта өмәселәргә ҡаҙан тултырып аш, самауыр сәйе әҙерләнде. Әйтергә кәрәк, күгәрсендәр "Йәшә, урман!" акцияһында беренсегә ҡатнашмай. Былтыр ошондай уҡ ҙур сара Мораҡ ауылы янында ойошторолдо.




