"Еңеү ағасы" акцияһы

Иглин районының йәш армеецтары "Еңеү ағасы" акцияһында ҡатнашты.

Фото №1 - "Еңеү ағасы" акцияһы

Үҫмерҙәр район үҙәгенең Елена Иглина исемендәге паркында 50 төп йәш үҫенте ултыртты. Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлегенә ағас ултыртыу йолаһына районда бер нисә йыл элек нигеҙ һалынған. Хәҙер уны йәш быуын дауам итә. Ошо уҡ көндө ҡыҙҙар-малайҙар 94 йәшлек Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәтзәки Сакаевтың йортона ла барҙы. Һуғыш йылдарында ул Тымыҡ океан флотында хеҙмәт иткән, Кореяны һәм Ҡытайҙы азат итеүҙә ҡатнашҡан. Ҡаһарманлығы өсөн Сталиндың Рәхмәт хаты ла бар. Һуғыштан һуң Әхмтәзәки Сакаев уҡытыусы булып эшләй.

Был көндә беҙҙең ил генә түгел, ә бөтә Европа илдәре лә байрам итәләр. Совет ғәскәре үҙ иленән генә дошманды ҡыуып сығарманы, ә башҡа илдәргә ла азатлыҡ килтерҙе.

Әхмәтзәки Сакаев, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны

Автор: Анас Вәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ