Фольклор һәм традицион сәнғәт фестивале

Люксембургта фольклор һәм традицион сәнғәт фестивалдәрен ойоштороу буйынса халыҡ-ара совет ултырышы дауамитә.

Поленов исемендәге Рәсәй халыҡ ижады йорто етәксеһе урынбаҫары Андрей Беляев рәйеслегендәге делегация составында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. Тап быйыл сентябрҙә Өфөлә ойошманың сираттағы съезы үтә. Совет ултырышының беренсе көнөндә унда ҡатнашыусылар республиканың халыҡ-ара сараға әҙерлеге менән танышты. Шулай уҡ Рәсәй делегацияһын Ларошетт комуннаһы мэры Натали Силва ҡабул итте. Башҡортостан вәкилдәре ҡала етәксеһен милли сувенирҙар менән ҡыуандырҙы.