Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылында иман йорто асылды. Уны төҙөүҙә ауыл халҡы, эшҡыуарҙар берҙәмлек күрһәтә. Күмәк көс менән башланған изге эш өс йыл эсендә тормошҡа ашырыла.
Улар ғәрәп телен бөтә матурлығында белмәһәләр ҙә, Ҡөрьән Кәримде өйрәнеүҙә ярайһы уңыштары бар. Йәш егеттәр доғаларҙы ауыл мәсетендә өйрәнгән.
Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин мәсет асыу тантанаһында сығыш яһап, был ауылда тыуып-үҫкән уҙамандарҙың изге һәм сауаплы ғәмәлдәрен хупланы. Мәсет төҙөлөшөнә айрыуса ҙур ярҙам күрһәтеүсе ойошма етәкселәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Иҫке Ҡормаш ауылында мәсет һалыу тәҡдиме менән ағалы-ҡустылы Мирвәлиевтар сығыш яһай. Уларҙың тәҡдимен барлыҡ ауыл халҡы күтәреп ала. Йолаға ярашлы, мәсет асыу тантанаһында, төҙөлөштә ҡатнашыусыларға рәхмәт һүҙҙәре әйтелде. Нигеҙ һалыусылар, бура бураусылар, манара күтәреүселәр... Изге эштән бер кем дә ситтә ҡалмаған.
Мәсетте ҡайҙа төҙөү мәсьәләһе буйынса бәхәс булмай. Халыҡ бер төптән иман йортон боронғо нигеҙендә тергеҙергә ҡарар итә. Боронғо бина фотоһүрәт рәүешендә генә һаҡланған. 1800 йылда төҙөлгән мәсет 133 йыл хеҙмәт итә. Атеистар башта мәсеттән мәктәп төҙөй, имам һөргәнгә ебәрелә. Олатаһының аяныслы яҙмышын яҡындары архивтар аша өйрәнгән. Рәлиә Иҙрисованың олатаһы ошо ауылдың һуңғы имамы булған.
Мәсет асылыуға ауыл халҡының ҡыуанысы ҙур. Йома намаҙҙҙары, дини байрамдар, никахлашыу изге йортта башҡарыласаҡ.
Иҫке Ҡормаштағы мәсет ауыл халҡы иғәнәһенә, бағыусылар, биләмә һәм район хакимиәте ярҙамында күтәрелә. Мәсеттә дини ғибәҙәттәрҙе башҡарыуҙан тыш, ислам нигеҙҙәре лә уҡытыласаҡ.
770 кеше йәшәгән ауылда 88 йыл үткәндән һуң иман йорто асылыуы ҙур ваҡиға. Иҫке Ҡормаш ауылы халҡы бөгөнгө саранан был ауылда аҙан тауыштары тынмаһын тигән теләктә таралышты.




