"Робостар-2018" чемпионаты

Робот техникаһын төҙөүселәр ярышы Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығына арнап ойошторолған. Ярышта һау-сәләмәт балалар менән бергә физик мөмкинлектәре сикләнгәндәр ҙә ҡатнаша.

Фото №1 - "Робостар-2018" чемпионаты

Тәү ҡарашҡа, уҡыусылар пульт менән идара ителгән машина менән уйнап ултыра һымаҡ. Әммә робот техникаһын баланың үҙе уйлап сығарыуын һәм йыйыуын иҫәпкә алғанда, был балаларҙы йәш конструкторҙар тип әйтергә мөмкин. Сөнки бындай уйынсыҡты өлкәндәрҙең дә күбеһе йыя алмай. Ә балаларҙы бәләкәй саҡтан ҡыҙыҡһындырғанда улар һеңдерергә әҙер генә тора. Бер нисә йыл элек кенә роботтар фантастика һымаҡ күренһә, хәҙер был һөнәрҙе күп белем усаҡтары үҙләштерә.

Робот техникаһы баланың теүәл фәндәргә ҡыҙыҡһыныуын да, ижади фекерләүен дә үҫтерә. Ул үҙ эсенә конструкторлау, программалау, алгоритм, математика, физика һәм башҡа бик күп йүнәлештәрҙе ала. Ойоштороусылар фекеренсә, робот техникаһы менән ҡыҙыҡһыныусылар ҙа, чемпионаттарҙа ҡатнашыусылар ҙа йылдан-йыл арта. Быйылғы сара инклюзив булыуы менән дә айырыла.

Сараны үткәреҙең төп маҡсаты балаларҙы ошондай ярыштар аша ҙур тормошҡа әҙерләү. Айырыуса инвалид балалар өсөн бик мөһим, әһәмиәте ҙур, сөнки интеренет технологиялар уларға яңы мөмкинлектәр аса. Өйҙән ултырып ҡына программист, йәки 3D модельдар эшләү буйынса белгестәр булыр тип өмөт итәбеҙ.

Фәнил Нурыев, Республика дистанцион белем биреү үҙәге директоры

Республика чемпионатында Башҡортостандың төрлө төбәктәренән 100-ҙән ашыу бала ҡатнаша. Еңеүселәр ике йәш категорияһында билдәләнә: 15 йәшкә тиклем һәм унан өлкәндәр. Чемпионатта ҡатнашыусылар алты төр буйынса үҙ көсөн һынай, эстафета ярышы, лабиринт буйлап хәрәкәт итеү, сумо алышы, футбол, траектория буйлап уҙышыу, ижади категория. Йәғни, роботтар спортта ла, ижадта үҙенең йылдамлығын, сослоғон иҫбатлай. Шул уҡ ваҡытта роботтарҙы уйынсыҡ тип ҡабул итергә кәрәкмәй. Был шөғөл баланың киләсәгенә һалынған ҙур өлөш. Ул уға һөнәр һайлағанда ла булышлыҡ итәсәк. Техник һөнәрҙәргә иғтибар һәм ихтыяж артҡан бөгөнгө заманда был бик мөһим.

Әлеге ваҡытта 7-8 уҡыусы шөғөлләнә. Сибайҙа был үҫешеп кенә килгән түңәрәк.

Тимур Мөхәмәтҡужин, Сибай ҡалаһының 1-се һанлы мәктәбе уҡытыусыһы

Автор: Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ