Өфө Ҡала мәҙәниәт һарайында "Дуҫтар" халыҡ хореографияһы студияһында шөғөлләнеүселәр ҙур концерт ойоштороп, йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны.
Ижади миҙгел уңышлы була, тиҫтәнән ашыу бейеү ҡуйыла, коллектив составы талантлы балалар һәм үҫмерҙәр менән тулылана. Репертуар һәр йылдағыса бай, ил халыҡтарының мәҙәниәтен күрһәтеүсе сығыштарҙы тамашасылар ҙа алҡышлап ҡаршы алды. Хореография студияһында йәш арауығына ҡарап тиҫтәнән ашыу бейеү ансамблдәре булдырылған. Бында иң кесе солистҡа биш йәш булһа, иң өлкәненә - 28.




