Борондан сәсәндәр һәр йыйындың, байрамдың биҙәге булған, улар һабантуйҙарҙа, осрашыуҙарҙа сығыш яһаған, илдә барған теге йәки был ваҡиғаға үҙ фекерен белдергән.
Сәсәндәрҙең әйтештәрендә шул заман халҡын борсоған проблемалар ярылып ята. Шуға күрә сәсәндәр ижадын өйрәнеү бер яҡтан тарихи ысынбарлыҡты күҙ алдына баҫтыра, икенсенән, ул тел байлығы. Асҡар мәҙәниәт йортонда үткән сәсәндәр бәйгеһендә лә бик күп билдәле һүҙ оҫталарының ижад емештәре яңғыраны. Был ауыҙ-тел ижады беҙгә быуындан-быуынға тапшырлып килеп еткән.
Иң ҡыуаныслыһы, сәсәндәр бәйгеһендә өлкән быуын вәкилдәре менән бер рәттән уҡыусылар ҙа һынау тотто. Һәр замандың үҙ сәсәне. Баҡтиһәң, бөгөнгө уҡыусылар ҙа донъяуи ваҡиғаларға, үҙгәрештәргә битараф түгел. Йәш быуын вәкилдәре араһында үҙҙәренең ижад емештәре менән сығыш яһаусылар ҙа булды. Гран-приға лайыҡ булған Яңы Балапан мәктәбе уҡыусыһы Нәсимә Нәбиуллина ла бәйгегә әйтеште үҙе әҙерләгән. Ә Таһир Кусимов исемендәге гимназия уҡыусылары хатта, бер нисә сығыш тәҡдим иттте.




