Интеллектуаль миграция

Балыҡ тәрәнде, кеше уңайлы ерҙе эҙләй, тигән әйтем бар башҡорттарҙа. Дөрөҫ, халыҡты үҙенә оҡшамаған ерҙә бәйләп тотоп булмай.

Элегерәк, тимер ҡоршау барҙа, миграция ауыҙлыҡта тотолһа, хәҙер иһә сик ҡуйыу мөмкин түгел. Ябай халыҡтың тыуған илен ташлап китеүе бер бәлә, ә бына аҡыллы баштарҙың сит илгә сығыуы дәүләт өсөн ҙур проблема. Юғары квалификациялы кадрҙарҙың ситкә китеүен туҡтатмай тороп илдең иҡтисади хәлен бер нисек тә яҡшыртырлыҡ түгел. Беҙҙең интеллектуаль милек башҡа илдәр файҙаһына эшләйәсәк. Һуңғы ун йылда ғына Рәсәйҙән бер миллиондан ашыу ғалим сит ҡитғаларға эшкә киткән. Был аңлашыла, унда эш хаҡы юғары, фән менән шөғөлләнеү өсөн шарттар бар, социаль мәсьәләләр хәл ителә. Ә иң мөһиме, ғилми эштәргә, асыштарға һорау бар. Ә ниңә йыраҡ йөрөргә? Шул уҡ үҙебеҙҙең республиканы ғына алайыҡ. Байтаҡ һәләтле балаларыбыҙҙы күрше төбәктәр үҙенә ылыҡтырып алды. Күрәһең, улар үҙ төбәге киләсәге тураһында нығыраҡ борсола, Һәләтле йәштәргә "һунар" иғлан иткән. Шул уҡ Мордовияла мәҫәлән, олимпиада еңеүселәрен үҙҙәре түләп уҡыталар, ә беҙҙә киреһенсә, балалар түләргә тейеш. Һөҙөмтәлә балалар ҡайһы республиканы һайлаясаҡ? Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Тимур Мәннәновтың йөҙөнән йылмайыу китмәй. Элекке синыфташтары, яратҡан уҡытыусыһы менән осрашырға тип ул алыҫ араларҙы яҡынайтып, Мордовиянан ҡайтҡан. Эйе, сит төбәктән. Былтыр химия фәне буйынса олимпиадаларҙа үҙен иң көслөһө тип танытҡан яҡташыбыҙҙы, Учалы егетен Саранскиҙағы һәләтле балалар өсөн ойошторолған республика лицейына уҡырға саҡыралар.

Беренсенән, унда мәктәп уҡыусыларына иғтибар көслө. Барлыҡ саралар ҙа Республика йортонда үтә. Икенсенән, лицей лабораторияһы вуздарҙағы кеүек юғары кимәлдә ойошторолған. Өсөнсөнән, премиялар.. Мин Саранскиҙа бөтөнләй бушҡа уҡыйым, йәшәү шарттары һәйбәт. Яҡшы өлгәшкән өсөн ай һайын 800 һум стипендия алам. Яңыраҡ Бөтә Рәсәй олимпиадаһында еңгән өсөн 60 мең һум премия түләйәсәктәр, ә халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадала алтын миҙал яулағанға - өс йөҙ мең һум ҡаралған.

Тимур Мәннәнов,Химия буйынса халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһы еңеүсеһе

Ә бит тап Өфөләге Республика инженер лицей-интернатында белем алғанда Тимурҙа химия фәненә һөйөү уяталар. Олимпиадаларҙа ҡатнашып ул, Башҡортостан данын Рәсәй кимәлендә уңышлы яҡлап сыға. Тик хәҙер ул күрше төбәк мәғарифын алға әйҙәй. Әйткәндәй, был лицей һәм республика өсөн тәүге юғалтыу түгел. Былтыр тағы ла бер Тимур исемле егет Саранскиға күсенгән.

Уҡыусыларҙың ситкә китеүе - стимул проблемаһы. Беҙҙең уҡыусыларға олимпиадаларға әҙерләнеү өсөн материалдар юҡ. Беҙҙе улар республика лицей-интернаттарында уҡыр өсөн түләп уҡый, олимпиадаларға йөрөр өсөн үҙ аҡсаһын түгәләр, беҙ уҡытыусылар уларға вуз педагогтары тарафынан дәрестәр ойоштороу өсөн - үҙебеҙ аҡса эҙләйбеҙ/

Әсғәт Йәһүҙин, Өфө дәүләт нефть техник университеты студенты, химия буйынса олимпиада командаһы тренеры

Ә Мордовияла төбәк, ил, халыҡ-ара кимәлдәге олимпиада еңеүсеһен әҙерләгән уҡытыусыларға өс йыл дауамында ай һайын илле мең һумғаса аҡсалата дәртләндереү ҙә ҡаралған. Бына бит ҡайҙа чемпиондар әҙерләүгә стимул?! Хәйер, Саранскиҙағы һәләтле балалар менән эшләгән лицейға эшкә Башҡортостан педагогтарын да саҡыралар. Улар араһында Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина ла була, әммә педагог тыуған яғын ташлап китмәй. Киреһенсә, республикала ошондай шарттар булдырырға кәрәк тип оран һала.

Бына шуныһы эсте бошора. Мин бит бөтә олимпиада ойошторолған урындарҙы беләм. Йошкар-Ола, Чебоксар - күп йөрөнөм. Шунда бит уларҙың бөтәһен дә лә һәләтле балалар өсөн лицей бар. Уларҙың айырым химия, физика һәм башҡа кластары бар. Мин шул турала беҙҙең министрлыҡтарға мөрәжәғәт итеп ҡараным. Әммә һөҙөмтә булманы.

Лиза Әғәҙуллина, Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы
Башбат

Химия буйынса ил, халыҡ-ара кимәлдәге олимпиадалар еңеүселәрен әҙерләүҙә Лиза Ҡыям ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Тап уның уҡыусылары - химия фәндәре кандидаттары бөгөн лайыҡлы уҡыу шарттарын булдырыу өсөн көрәш алып бара. Аҡыллы быуын тик Башҡортостостанда ҡалып үҫергә тейеш.

Күрше төбәктәргә китмәһендәр ине, үҙебеҙҙә ҡалһындар ине. Беҙҙә Башҡортостан бай, химия үҫешкән. Нефть производствоһы ла бар бит. Шуға тап химия фәне буйынса алға киткән уҡыусыларҙы ебәрәһем килмәй, уларға уҡырға шарттар булдырырға кәрәк.

Лиза Әғәҙуллина, Рәсәйҙең халыҡ уҡытыусыһы

Химия фәне буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы еңеүселәрен һәм призерҙарын әҙерләгән Өфөләге белем усағында лаборатория нисәнсе йыл инде яңыртылмай. Совет заманы шарттарында, классик уҡытыу методикаһы буйынса бында буласаҡ чемпиондар әҙерләнә.

Киҫкен мәсьәләне хәл итеү маҡсатында Республика инженер лицей-интернатының талантлы педагогтары төбәк башлығына ла мөрәжәғәт итә. Эшлекле осрашыу һөҙөмтәле үтә. Тиҙҙән боҙ урынынан ҡуҙғалып, һәләтле балалрҙы уҡытыуҙа уңайлы шарттар булдырылыр тип көтөлә.

Педагогтар алдында һәләтле балаларҙы үҫтереү буйынса проект әҙерләп, төп эшмәкәрлек йүнәлештәрен билдәләү бурысы ҡуйылды. Системалы эш алып барыу зарур.

Йыл һайын күпләп олимпиада еңеүселәрен әҙерләп була. Тырышҡан ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан тиҙәр. Рөстәм Зәки улы эшебеҙҙе хуплағас, ышанабыҙ беҙҙең эшебеҙ дауам итәсәк.

Айнур Ғүмәров, Республика инженер лицейының химия уҡытыусыһы, химия фәндәре кандидаты

Башҡортостанда был йүнәлештә эш башланған да инде. Университет эргәһендәге мәктәптәр профессиональ белгестәрҙе кесе йәштән әҙерләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Әйткәндәй, Республика инженер лицей-интернаты ла хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты менән берлектә эшләй. Уҡыусылар өсөн олимпиадаларға әҙерлек дәрестәре йәкшәмбе көндәре лә уҙғарыла

Мин белгәнсә, вузда олимпиада еңеүселәре тәүге курста егерме мең һумлыҡ стипендия ала.

Нургиз Миҙәтов, Республика инженер лицей-интернаты уҡыусыһы

Юғары уҡыу йорттары үҙҙәренә аҡыллы быуынды ылыҡтырыу маҡсатында төрлө дәртләндереү сараларын ҡуллана шул. Саранскиҙа уҡыған яҡташыбыҙ Тимур Мәннәнов та быйыл Башҡортостанға кире ҡайтып, юғары белемде тап Өфө дәүләт нефть техник университетында алырға теләй. Тик Мордовия мәктәбен тамамлағандан һуң. Сөнки әле беҙҙең белем усаҡтарында был төбәктәге һымаҡ шарттар юҡ. Стипендия, премиялар хаҡында хыялланырға ғына ҡала.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина

Фото №1 - Интеллектуаль миграция
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ