Табышлы сәсеү

Ни сәсһәң, шуны урырһың . Яҡшы сәсеп мул уңыш үҫтереп алдыҡ та ул былтыр, әммә аҙбар тулы иген булыу менәнме ни, һатып булмағас... Һатып була , әммә үтә лә арзанға.

Килем сығымдарҙы ла ҡапламаҫлыҡ хаҡҡа. Мәсьәләне хәл итеү маҡсатында былтыр республика Мәскәү тауар биржаһында ла эшләй башланы. Әммә әлегә бары тик бер генә килешеү төҙөлгән. Был күңелһеҙ тәжрибәне иҫәпкә алып белгестәр юғары табышлы культураларға өҫтөнлөк бирергә кәңәш итә. Нимә сәсеп уңырға була һуң?

Тупраҡҡа төшкән һәр орлоҡ шытым бирергә тейеш, ти "Нерал-Шишмә" хужалығы етәксеһе Илшат Ғабдрахманов. Башҡортостан ер эшкәртеү өсөн ҡырыҫ төбәк. Шуға ла етәксе, сәсеү майҙандарын бүлеүгә айырыуса етди ҡарай. Бер культураға өҫтөнлөк биреү яңылыш, сәсеүҙе төрлөләндереп башҡарыу мөһим тип иҫәпләй Илшат Баязит улы.

Коммерция культуралары үҫтерергә тырышабыҙ, сөнки иген культуралары аҙаҡҡы йылдарҙа ҡапыл аҫҡа төштө. Әгәр ҙә 2016 йылда 8-10 һум булһа, бөгөн 4-5 һум ғына 1 тоннаһы тора. Ә НОД культураһының хаҡы 50 меңгә етә.

Илшат Ғабдрахманов "Нерал-шишмә" хужалығы етәксеһе

Етәксенең һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Баҫыуҙарҙың күпселек өлөшөн бойҙай менән арышҡа бүлеү сәбәпле, күп кенә хужалыҡтарҙың келәттәрендә һаман да былтырғы уңыш һаҡлана.

Игендең хаҡы булмағас республика уны Мәскәү тауар биржаһы аша һатырға булды. Ошо маҡсатта хатта, Мәләүез, Дәүләкән, Бүздәк һәм Туймазы элеваторҙары махсус аккредитация үтте. Әммә әлегә ни бары бер генә сауҙа килешеүе төҙөлгән. Бүздәк элеваторынан 1200 тонна 5-се класлы бойҙай һатылды. Иген тимер юлы аша, Балтик буйы илдәренең береһендәге портҡа оҙатыла.

1200 тонна бойҙай Прибалтикаға һаттыҡ. Быйыл 3 склад әҙерләйбеҙ.

Алег Сакаев, Бүздәк элеваторы директоры

Мәҫәлән, былтыр хужалыҡтар ноҡот борсағын да сәсеп ҡараны. Баҙарҙа уның бер килоһы кәм тигәндә 50 һумға һатыла. Әммә тиҙ генә байыйым тип, төп башыңа ултырыуың да, ихтимал ти белгестәр. Ноҡот Урта Азиянан килгән. Яуын йылында унан уңыш алып булмай. Йылы яҡ борсағы өлгөрһөн өсөн эҫе ҡояш һәм ҡоро һауа торошо кәрәк ти агрономдар. Шуға ла көҙгөһөн себеш һанағанда, юғалтыуҙар тип зарланмайым, тиһәң сәсеү майҙандары әйләнешен иҫәптә тоторға кәрәк. Белгестәр баҫыуҙарҙы кәм тигәндә 7 культура өсөн бүлергә кәңәш итә.

Беҙҙең Республика жум культураһына өҫтөнлөк бирә һәм шул уҡ ваҡытта аҡсаны, табышты килтергән культуралаға.

Ирек Сураҡов, Башҡортостандың ауыл хужалығы министры урынбаҫары

Юғары табыш килтергән культураларҙы үҙләштереүҙең ҡыйынлыҡтары ла бар. Мәҫәлән, майлы рапс һәм етенде эшкәртеү өсөн әле республикала заводтар юҡ. Үҫтерелгән уңыштың һатып алыусыһын сит төбәктәрҙән эҙләргә тура килә. Улар үҙ сиратында хаҡты ла төшөрөргә тырыша. Икенсенән, был культураларҙың орлоҡтары үтә лә ваҡ. Шуға ла уларҙы сәсеү өсөн яңы техника, тимәк, ҙур ғына сығымдар талап ителә.

2020 йылға тиклем республикала ҡуҙаҡлы культуралар күләмен арттырыу бурысы ла ҡуйыла. Улар өсөн 300 мең гектар сәсеүлектәр бүлеү ҡарала. Быйыл иғтибар майлы культураларҙа. Башҡортостанда рапс, етен, шипкән һәм гәрсис орлоҡтарынан май һығыу мәсьәләһе хәл ителә.

Быйылдан республикала көнбағыштан тыш, башҡа техник культураларҙан май һығыуға махсуслашҡан заводтар эшләй башлай. Шуға ла майлы культураларҙы сәсеүгә тотонған хужалыҡтар ҙа арта бара.

Азат Мөхәмәтшин, Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығының бүлек етәксеһе

Иң мөһиме, эш һөҙөмтәһе тонналар һәм литрҙар менән иҫәпләнгән заман үтте. Хәҙер ул алынған табыш күләме, йәғни ҡулға төшкә аҡса әһәмиәткә эйә.

(ц;Ринат Мамаев, Республика ауыл хужалығы консультация үҙәге) Беҙҙең ауыл хужалығында эшләгән егеттәр иң беренсе эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, ә эшмәкәрлек уңышлы була, отошла булған осраҡта. Шуға күрә элегерәк әгәр ауыл хужалығында күрһәткестәрҙе тонналап үлсәгәндә, бөгөнгө көндә отошлолоҡ менән үлсәйбеҙ. Шуға тәүҙә нимәгә спрос ҙурыраҡ икәнен билдәләр кәрәк.

Табыш иһә тап төрлөлөккә бәйле. Бер генә культураға ышанып, ыштанһыҙ ҡалыуың да мөмкин тип шаярта агрономдар. Шуға сәсеү барышында элиталы орлоҡ һәм ашламалар менән бер рәттән, майҙандарҙың әйләнешен дә тәьмин итеү мөһим.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин