Ике тоннанан ашыу балыҡ, 3 мең метрҙан ашыу ау. Был балыҡсылыҡты күҙәтеү хеҙмәтенең былтырғы күрһәткестәре.
Быйыл һөҙөмтәләр ниндәй булыры әлегә билдәһеҙ. Шулай ҙа тотош республикала барған браконьерлыҡ һөҙөмтәләрен төҫмөрләп ҡараһаң, тәбиғәткә килтерелгән зыян ҡот осҡос. Бер генә ил дә был тиклем юғалтыуҙы үҙенә рөхсәт итә алмай. Беҙҙә был ғәҙәти күренеш. Аяғына баҫҡаны ла, артына ултырғаны ла ау тотоп яр буйында тапана. Аслыҡмы шулай мәжбүр итәме, әллә нәфсеме? Ҡомар тип әйтергә бер ҙә тел әйләнмәй. Ҡытай ауы хәҙер тәбиғәттең иң ҡурҡыныс дошманына әйләнде. Ул һәр баҙарҙа асыҡтан-асыҡ булмаһа ла һатыла. Сөнки ситтән килгән алыпһатарҙарҙы беҙҙең төбәк тәбиғәте ҡыҙыҡһындырмай. Ә үҙебеҙҙекеләр уйлап та ҡарамай. Хоҡуҡ һаҡлау органдары балыҡ тотоу тыйылған мәлдә төрлө операциялар ойоштора ла ул, әммә был ғына ярҙам итә аламы икән? Республикала "Ыуылдырыҡ" операцияһы дауам итә. Тәбиғәт һаҡсылары һауанан да, һыуҙан да тәртип боҙоусыларҙы асыҡлай.
"Ы" Операцияһы
Иртә таң менән спининг ырғытырға сыҡҡан ир, сикләү тураһында хәбәрҙар булмауына һылтанды. Әммә законды белмәү, яуаплылыҡтан азат итмәй. Һөҙөмтәлә ҡомарлы иргә 5 мең һум штраф түләргә киләсәк. Инспекторҙар әйтеүенсә, бындай тәртип боҙоусылар айсбергтың осо ғына. Төп бәлә ау һалыусы браконьерҙарҙа. Уларҙың кәсебенән килгән зыян бер-нисә балыҡ менән генә түгел, тонналап иҫәпләнә. Үкенескә ҡаршы, ау хужаларын ҡулдарынан тотоуы ауыр. Сөнки улар башлысы төндә, кеше үтә алмаған ерҙә эш итә.
Балыҡ тотоу ысулдары был кешеләрҙе бер ҙә борсомай. Тәҡдимде ихтыяж тыуҙыра. Иҡтисадтың төп ҡағиҙәһе иһә, тәбиғәт ҡанундарына буйһонмай , күрәһең. Рәсәйҙә сит илдән синтетик ауҙарҙы индереүҙе тыйыусы закон бар, әммә уның үтәлеше иғтибар талап итә.
Был аңлашыла. Һаталар икән, тимәк, һатып алыусыһы бар. Йәшерен, белгән кешеләренә генә һаталар. Балыҡсы балыҡсыны йыраҡтан күрә, тигәндәй
Беҙҙән дә балыҡсы сыҡмай, күрәһең. Баҙарға барыу табышһыҙ булды. Шулай ҙа ҡытай ауҙарының һаман һатыуҙа булыуы иҫбатланды. Әммә, дәлилһеҙ береһен дә ғәйепләп булмай.
Ә ғәмәлдә, 150 һумлыҡ ҡына бер ау тәбиғәткә уңалмаҫлыҡ яра ҡалдыра. Ә, ундай ауҙарҙың республика йылға-күлдәрендә иҫәбе-һаны юҡ. Хаҡы арзан булғанға уны күптәр һыуҙан сығарып та тормай, ташлап китә. Быныһы инде тағы ла ҡурҡынысыраҡ. Сөнки хужаһыҙ ауҙар сырмалып бөтөүенә ҡарамаҫтан «үҙ бурысын» үтәүен дауам итә. Хәйер, намыҫлы балыҡсылар ҙа юҡ түгел. Мөмкин булһа браконьерҙар менән үҙебеҙ көрәшер инек, ти күптәре.
"Ыуылдырыҡ" оерацияһына ярашлы, балыҡ тотоуҙан табыш алыусыларға 15-се, ә һәүәҫкәр балыҡсыларға 10 июнгәсә сикләү ҡаралған. Был осорҙа ярҙан тороп ҡармаҡ һалырға ғына рөхсәт ителә. Һәм бер кешегә күбендә ике ырғаҡлы бер ҡармаҡ тоторға ярай. Башҡа төр ысул бөтөнләй тыйылған. Инспекторҙарға был осорҙа һауа техникаһы һәм заман технологиялары ла ярҙамға килә. Браконьерҙарҙы хәҙер ерҙән, һыуҙан һәм һауанан күҙәтәләр.
Бөгөн республикала 13 мең тирәһе йылға, ике мең күл һәм 400-ҙән ашыу яһалма һыу ятҡылығы иҫәпләнә. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙа балыҡ йылдан-йыл кәмей. Ә бит, ҡасандыр Башҡортостан Рәсәйҙең иң балыҡлы төбәктәренең береһе исемен йөрөтә ине.




