Өфөлә иң яҡшы йорт алды сәскә түтәлдәренә һәм балкондарға конкурс иғлан ителде

Өфөлә иң яҡшы йорт алды сәскә түтәлдәрен һәм балкондарҙы билдәләйәсәк конкурсҡа заявкалар ҡабул ителә башланы. Конкурсты башҡаланың торлаҡ хужалығы идаралығы ойоштора. Был хаҡта ҡала хакимиәте хәбәр итә.

Фото №1 - Өфөлә иң яҡшы йорт алды сәскә түтәлдәренә һәм балкондарға конкурс иғлан ителде

Конкурс 12 майҙа старт алды. Еңеүселәр ике номинацияла – сәскә түтәлдәре һәм балкондар буйынса билдәләнәсәк. Һәр кем үҙе йәшәгән йорт алдын матурлыҡҡа биҙәп, күҙҙен яуын алған сәскәләр үҫтереп һәм балконын матурлап, сарала ҡатнаша ала.

Заявкалар 1 августҡа тиклем ҡабул ителәсәк. 16 август көнө еңеүселәрҙе тантаналы билдәләү ҡаралған.

Фотография: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ