Башҡортостанда ике Советтар Союзы Геройы иҫтәлегенә һәйкәл асылды. Көйөргәҙе районында Сәлмән Биктимиров менән Хәсән Ғайсиндың исемдәрен мәңгеләштерҙеләр.
Геройҙарға монумент Ермолаево ауылында урынлаштырылды. Бөгөн Көйөргәҙе районында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 6 ветеран, фронтта һәләк булғандарҙың 80 тол ҡалған ҡатындары, 182 тыл ветераны йәшәй. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, район биләмәһендә барлығы 19 мемориаль таҡтаташ һәм 12 стелла урынлаштырылған.
Шулай уҡ 41 һәйкәл һәм обелиск, Советтар Союзы Геройҙары Ғәфиәтулла Арыҫланов, Анатолий Хохлов, Вениамин Недошивин иҫтәлегенә бюстар асыла. Яңы мемориаль таҡтаташтың авторы-Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Өлфәт Ҡобағошов. Һәйкәлде асыу тантанаһына республиканың төрлө тарафтарынан геройҙарҙың яҡындары йыйылды.
Фото: Интернет.




