Өфөнөң Ботаника баҡсаһында уссурийск грушаһы сәскә атты

Өфөнөң Ботаника баҡсаһында уссурийск грушаһы сәскә атҡан. Был хаҡта Ботаника баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре хәбәр итә.

Сәскә атҡан 15 метр бейеклектәге ағасты емеш ағастары баҡсаһында күрергә мөмкин. Бында шулай уҡ саған ағасы ла бөрөләнгән.

Билдәләп үтергә кәрәк, уссурийск грушаһының тыуған ере – Корея. Шулай уҡ был ағас Рәсәйҙең Алыҫ Көнсығышында һәм Японияла үҫә.