«Nissan Almera» автомобиле ҡатнашлығындағы юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә пассажирҙар һәләк була

М- 5 юлының 1439 километрында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Билдәле булыуынса, сит машинаһы алда килеүсе йөк машинаһы менән бәрелешеүҙән ҡасып, юл ситенә төшөп китә.

Хәбәр итеүҙәренсә, еңел автомобиль юл ситенә төшөп китеп, түңкәрелә. Һөҙөмтәлә, ике пассажирҙың ғүмере өҙөлә. Тағы ла бер пассажир һәм водитель йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.

Зыян күреүселәр һаулығы тураһында әле билдәһеҙ. Авария сәбәптәре асыҡлана.