Уҙған ял көндәрендә Башҡортостанда 36 янғын сығыу осрағы теркәлгән

Башҡортостанда уҙған ял көндәрендә янғында өс кешенең ғүмере өҙөлә һәм ике кеше йәрәхәт ала. Ял көндәрендә янғын һүндереүселәр 422 урынға сыға, шул иҫәптән ҡоро үләнгә 28, ә сүп-сарға- 203 тапҡыр ут тоҡаныу осрағы теркәлә. Был хаҡта республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан хәбәр итәләр.

Уҙған йәкшәмбелә, 13 майҙа, Туймазы ҡалаһы пультына Ҡандры ауылының фатирҙарының береһендә янғын сығыуы тураһында хәбәр алына. 19 сәғәт 15 минутта ут һүндерелә башлай, ә ярты сәғәттән иһә янғын тулыһынса һүндередә.

Һөҙөмтәлә, зыян күреүселәр бар. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.