Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн йәрминкә уҙасаҡ

Өфөнөң Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәге мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн хеҙмәт урындары йәрминкәһен ойоштора. Сарала һәр теләгән кеше ҡатнаша ала.

Фото №1 - Өфөлә мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн йәрминкә уҙасаҡ

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәлә кадрҙарға можтаж эш биреүселәр ҙә ҡатнаша ала. Йәрминкәлә ҡатнашыусыларға үҙҙәренең һөнәри йүнәлешен асыҡларға, шулай уҡ белгес кәңәше алырға мөмкин буласаҡ.

Белгестәр һәр кемдең һорауына яуап бирәсәк. Хеҙмәт урындары йәрминкәһе Спартак урамы, 13 адресы буйынса үтәсәк. Үткәреү ваҡыты 10 сәғәт 30 минуттан 12:00 сәғәткә тиклем.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ