Башҡала урамында йәш егетте үлтереп киткәндәр

Башҡалала таңғы сәғәт дүрттәр тирәһендә кеше ғүмеренә ҡул һалыуға маташыу осрағы теркәлде. Мәктәп тыҡрығы менән З.Космедемьянская урамы киҫелешендә 23 йәшлек егеттең үле кәүҙәһе табыла.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бысаҡ менән сәнсеү һөҙөмтәһендә, йәш егеттең ғүмере өҙөлгән. Тағы ла бер зыян күреүсе дауаханаға мөрәжәғәт иткән.

Әлеге ваҡытта осраҡ буйынса тикшереү эше бара. Ике енәйәт эше ҡуҙғатыла. Шулай уҡ үлтереү һәм үлтерергә маташыу буйынса енәйәт эштәре асылған.