Республикала 15 майҙа ғаиләле хеҙмәткәрҙәр өсөн эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡарасаҡ. Бындай ҡарарҙы төбәктең хеҙмәт министрлығы, профсоюздар федерацияһы һәм эш биреүселәр союзы ҡабул итте.
Был Халыҡ-ара ғаилә көнө менән бәйле. Ҡарар республикала Ғаилә йылын уҙғарыу буйынса саралар планы сиктәрендә ҡабул ителә.
Билдәләп үтергә кәрәк, Башҡортостанда ғаилә аҙнаһы 14 майҙан алып 22 майға тиклем уҙасаҡ.




