21 майҙа мәғариф күргәҙмәһе уҙасаҡ. Сарала Цзянси провинцияһының университеттары ҡатнашасаҡ. Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, түңәрәк өҫтәл ойоштороу күҙаллана.
Сарала Башҡортостан һәм Цзянси юғары уҡыу йорттары етәкселеге ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ, хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуясаҡтар. Билдәләргә кәрәк, Волга буйы федераль округы «Волга- Янцзы» форматында әүҙем хеҙмәттәшлек итә. 2018-2019 йылдар Ҡытай менән Рәсәй төбәктәренең хеҙмәттәшлек йылдары тип иғлан ителгән.
Ҡытай провинцияһы делегацияһын Цзянси провинцияһының мәғариф департаменты етәксеһе урынбаҫары господин Е Баолин етәкләйәсәк. Сара М. Аҡмулла ис. Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҙасаҡ. Үткәрелеү ваҡыты- 10:00-17:00.




