Башҡортостанда ауыл хужалығы кооперативының элекке рәйесе ялған документтар менән эш итеүҙә ғәйепләнә

Бишбүләк районында ауыл хужалығы кооперативының элекке рәйесенә ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды. Пай ерҙәре хужалары ялыуҙары буйынса тикшереү ойошторола. «Октябрь» АХК-һының пай ерҙәре хужалары үҙ хоҡуҡтарының боҙоуҙары хаҡында хәбәр итәләр.

Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, 2016 йылда кооператив рәйесе теркәү органына документтар тапшыра. Уға ярашлы, 27 кеше иҫәптән алына һәм пай фонды кәметелә. Предприятие етәксеһенә был мәғлүмәттәр ысынбарлыҡҡа тура килмәүе билдәле була. Протокол ялған була.

Осраҡ буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Тикшереү эше дауам итә.

Фото: Интернет