Бөгөн Республика Хөкүмәтендә май указдарын ғәмәлгә ашырыу барышы тикшерелде.
Рөстәм Хәмитов ултырышта киләһе алты йылда хөкүмәт алдында торған бурыстарҙы билдәләне. Медицинала был демография күрһәткесен яҡшыртыуҙы, балалар үлемен кәметеүҙе, кадрҙар ҡеүәтен нығытыуҙы күҙ уңында тота. Мәғарифта һәләтле балаларға булышлыҡ итеү, эшләп йөрөгән граждандарҙың квалификацияһын күтәреү. Шулай уҡ ҡалаларҙы үҫтереү, төҙөлөш кимәлен арттырыу, юлдарҙы төҙөкләндереү, фәнде күтәреү бурысы тора. Республика башлығы халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу проблемаһына айырым туҡталды.




