Сифатлы һәм хәүефһеҙ юл

Өфөнөң транспорт инфраструктураһы камиллаштырыла. Федераль программаны ғәмәлгә ашырыуға 2 миллиард һум аҡса бүленгән. Был сығымдарҙың яртыһы республика бюджеты иҫәбенә ҡаплана. Әле эш Өфө аэропорт юлы һәм Октябрь проспектында бара.

Ҡеүәтле техника былтырғы асфальт ҡатламын һыҙыра. Яңыһын түшәр алдынан, иҫкеһенән ҡотолорға кәрәк. Өфө аэропорт юлы баш ҡаланың төп транспорт артерияларының береһе. Даими көсөргәнешлек һөҙөмтәһендә юл ҡатламы ла йышыраҡ туҙа. Шуға ла уны даими төҙөкләдереп торорға кәрәк. Проект буйынса июнь урталарына тиклем яңы асфальт ҡатламы түшәлергә тейеш.

Эш тәүлек әйләнәһенә ойошторолған. Проектта күрһәтелгән ваҡытҡа ремонтты тамамлау теләге бар.

Сергей Атаев, Юл төҙөлөшө мастеры

Юл ремонтлау эштәренә Ырымбур ҡалаһының "Газпромдорстрой" йәмғиәте йәлеп ителгән. Подрядсы ойошма асыҡ конкурс нигеҙендә һайлап алынған. Әле Өфө-аэропорт юлында ла, Октябрь проспектында ла асфальттың өҫкө өлөшө алына. Фреза сантиметрлап тигәндәй таушалған юл ҡатламын ваҡлап, машиналарға тейәй.

Көнөнә 800 метр самаһы юл үтәбеҙ. Квадрат метрҙарға күсергәндә был 5 мең квадрат метр самаһы.

Александр Ворожейкин, Юл фрезаһы операторы

Юлдарҙы төҙөкләндереү Сифатлы һәм хәүефһеҙ юлдар федераль проекты нигеҙендә башҡарыла. Ошо маҡсатта Рәсәй һәм республика бюджетынан 2 миллиард һум аҡса бүленгән. Баш ҡалала барлығы 52 урамда 81 саҡырым самаһы юл ремонтлау ҡарала. Төҙөкләндереү эштәре әле Октябрь проспектында ла башланып тора.

Эштең ыңғай барыуы әлбиттә, һауа торошона ла бәйле. Ямғыр тотҡарламаһа ремонтты тиҙ арала тамамларға вәғәҙәләйбеҙ.

Валерий Мамедов, Юл төҙөлөшө мастеры

Юл ремонтлаусыларҙың ашығыуы тәбиғи. Ремонт транспорт ағымы көслө булған урындарҙа башҡарыла. Шуға ла киләһе көндәрҙә тығындар ҙа күҙәтелеүе ихтимал. Юлсылар ваҡытлыса уңайһыҙлыҡтар өсөн ғәфү үтенә һәм мөмкин тиклем ҡыҫҡа ваҡыт эсендә, сифатлы ремонт эштәрен башҡарып сығырға ниәтләй.

Юлдың был өлөшөнә 7 сантиметр ҡалынлығында асфальт һалыу күҙаллана. Төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре уға 5 йылға гарантия бирә. Эштәр тамамланғас, ремонт үткән урындар хәүефһеҙлек талаптарына тулыһынса тура киләсәк тип ышандыра.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин