Таҙа урман

Өфө эргәһендәге урман зоналары ҡороған һәм серегән ағастарҙан таҙартыла. Әле ҡаланы йәшелләндереү хужалығы Инорс биҫтәһендә Өфө йылғаһы буйын тәртипкә килтерә.

Йылға ярында йөҙйәшәр ағастар күпләп үҫә һәм уларҙың күбеһе ҡороған. Урмансылар йыл аҙағына тиклем баш ҡаланың өс районында санитар ҡырҡыу саралары алып барасаҡ.

Был ағас йәшәрен йәшәгән, шауларын шаулаған, артабан кешеләр өсөн тик хәүеф кенә тыуҙыра. Сөнки дауыл сыҡҡан һайын ҡалала ағастар автомобиль өҫтөнә ауа. Ә был олоно эстән ҡороған бер быуатлыҡ тирәк ҡолаһа, фажиғә күләмен күҙ алдына килтерергә була. Урмансылар уны бер-нисә минут эсендә бысып ауҙарҙы.

Был ағастар күптән эшлектән сыҡҡан. Улар йылдан-йыл күбәйеп тора һәм уларҙы алмайынса булмай, сөнки улар ел менән йығылыуы ихтимал.

Фәриз Мәғәсүмов, Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы урмансыһы

Өфө ҡалаһы эргәһен серегән ағастарҙан таҙартыу ике ай элек башланған. Ҡаланы йәшелләндереү хужалығы әле Өфө йылғаһы буйын тәртипкә килтерә, сөнки тиҙҙән һыу инеү миҙгеле башлана, был урын Инорс биҫтәһендә йәшәүселәрҙең яратҡан ял итеү урыны.

Яр буйы, Мушников,Моторҙар төҙөү урамдарына100 метр тирәһе генә яҡын ерҙә.

Тәбиғәткә сыҡҡан халыҡтың тәртип тураһында онотоуын бында йәшәүселәр ҙә билдәләй.

Һыу инергә килгән кешеләр сүп-сар ташлайҙар, таҙартһаң, әлбиттә матурыраҡ була.

Фидан Кирәев, Инорс биҫтәһендә йәшәүсе

Быйыл урмансылар Калинин, Октябрь, Киров райондарындағы урман зоналарын тәртипкә килтерәсәк. Әле Дим биҫтәһендәге юл үткәүеле янында эштәр туҡтатылып торған. Октябрь районындағы 40-сы мәктәп яны таҙартылған.

(:цМаксим Щербаков, Ҡаланы йәшелләндереү хужалығының бүлек етәксеһе)Ҡалалағы урман буйҙарын санитар ҡырҡыу саралары 2006 йылдан бирле алып барыла. Тәүҙә беҙ үҙәккә яҡын ерҙе таҙарттыҡ.Йөҙйәшәр тирәктәр, йүкәләр үҫкән урынды таҙартыу күптән кәрәк ине.

Быйыл Өфө биләмәһендә меңдән ашыу ағасты ҡырҡыу ҡаралған. Артабан бүрәнәләр сүплеккә оҙатыла. Урмансылар әйтеүенсә, уларҙы башҡа маҡсатта файҙаланып булмай.

Автор: Рәмилә Исмәғилева