Республика хужалыҡтарында яҙғы сәсеү дауам итә

Хәйбулла районы аграрийҙары алдында быйыл 80 мең гектарҙан ашыу ерҙә сәсеү эштәрен башҡарыу бурысы ҡуйылған. Мең ярым гектар майҙан "Таймаҫов" крәҫтиән-фермер хужалығына тура килә.

Фото №1 - Республика хужалыҡтарында яҙғы сәсеү дауам итә

Бынан 10 йыл элек барлыҡҡа килгән крәҫтиән-фермер хужалығы әле районда тотороҡло эшләп килгән хужалыҡтарҙың береһе. Былтыр, мәҫәлән, гектарынан уртаса егерме центнер уңыш алынған. Быйылғы яҙҙың үҙенсәлекле килеүен иҫәпкә алып, күптәр әле сәсеүгә төшөүгә иртәрәк тип билдәләһә лә, был хужалыҡ эшсәндәре тупраҡтың дымлы сағында сәсеп ҡалырға хәл итә.

Көндә ел, дауыл булғанға иртәрәк башланыҡ. Ел ерҙе тиҙ киптерә һәм ерҙән дым китә. Шуға тамыр йәйеп, көс йыйып, шытып ҡалһын өсөн иртәрәк сәссеүҙе башланыҡ.

Урал Таймаҫов, Фермер

Сәсеүлек майҙандарының төп өлөшөн арпа, бойҙай, һоло кеүек культуралар тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа был культураларҙың күп сығым талап итеүен күҙ уңында тотоп, башҡа төрлө культуралар ҙа сәселә башланған. Быйыл бер нисә йөҙ гектар ерҙе көнбағыш, ҡарабойҙай, нут өсөн бүлеү ҡаралған. Хужалыҡта эшсән коллектив эшләй. Күп йыллыҡ тәжрибәнән күренеүенсә, орлоҡсолоҡ мәсьәләләре тураһында даими хәстәрлек күреү, тейешле технологияларҙы күҙәтеү үҫтерелгән уңышта сағылмай ҡалмай.

Башлағандан бергә эшләйбеҙ, тәүҙә ҡыйыныраҡ ине, сөнки техника иҫке ине һәм йыш боҙола торғайны. Ә бына хәҙер яйлап касемсот, комбайн һатып алдыҡ.

Данил Таймаҫов, Механизатор

Автор: Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ