Яңауылда

Ҡала мөхите шарттарында туған телебеҙ, халҡыбыҙҙың рухи-мәҙәни йолаларын һаҡлауға арналған конференциялар республикала 2000 йылдан алып уҙғарылып килә.

Фото №1 - Яңауылда

2016 йылда ошондай уҡ конференция Туймазы ҡалаһында үткән. Был юлы көн тәртибенә күп милләтле ҡала шарттарында этник үҙенсәлектәрҙе һаҡлау мәсьәләһе сығарылды. Ғилми сара ҡалала йәшәүсе милләттәштәрбеҙ менән генә сикләнмәй, муниципаль райондарҙа, мәктәпкәсә учреждениеларҙа туған телде өйрәнеү мәсьәләләрен дә үҙ эсенә алды.

Бөгөнгө конференция 1-се сентябргә үҙенең төплө өлөшөн индерер тип өмөт итәбеҙ. Шулай уҡ күплек беҙҙең ата-әсәләр үҙҙәренең ғаризаларын яңынан ҡарап, балалаларын башҡорт телендә уҡырға тигән ғаризаларын бирер тип, өмөт итәбеҙ.

Әмир Ишемғолов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе

Ойоштороусылар фекеренсә, ике йылға бер үткәрелгән ғилми-ғәмәли конференцияның туған телде уҡытыу, милли үҙенсәлектәрҙе һаҡлау торошона йоғонтоһо ҙур. Ошоно иҫәпкә алып артабан ғилми форумды бөтә Рәсәй кимәленә сығарырырға ҡарар ителгән. Уға ярашлы, 2020 йылда был конференция Силәбе ҡалаһында үтә.

Беҙ бөгөн бындағы конфернцияны ҡарап киләсәктә үҙгәртеп, Бөтә Рәсәй форматында үткәрергә һәм 2020 йылда киләһе конференция беҙҙең Силәбе ҡалаһында үтәсәк. Силәбе өлкәһендә 160 меңдән ашыу беҙҙең ҡәрҙәштәр йәшәй, шуға уларҙың да актуаль проблемалары бар һәм уҡытыу мәсьәләһе тора.

Айбулат Псәнчин, Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры вазифаһын башҡарыусы

Автор: Гөлдәриә Йосопова

Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ