Бөгөн Өфөнөң 35-се белем биреү үҙәгендә Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина менән осрашыу үтте.
Дәүләт думаһы, Хөкүмәт, Федерация Советы рәйесе вазифаларын кем биләй, ниндәй вәкәләттәрҙе башҡара, закондар нисек ҡабул ителә? Ошондай етди һорауҙар менән башланған осрашыу артабан дуҫтарса, йылы әңгәмәгә күсте. Сығарылыш синыф уҡысыларын күберәк Берҙәм дәүләт имтихандары, мәғариф системаһындағы яңылыҡтар ҡыҙыҡһындыра. Зөһрә Рәхмәтуллина әйтеүенсә, йәш быуын илдәге, ҡануни системалағы үҙгәрештәрҙе белеп үҫергә тейеш. Сөнки донъяға ҡараш мәктәп партаһында уҡ формалаша.
Осрашыуҙа һүҙ ташламалар, юғары уҡыу йорттары тәҡдим иткән матди дәртләндереү саралары хаҡында ла барҙы. Зөһрә Рәхмәтуллина ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы яҡлау, уларға уҡырға ингәндә ташламалар яһалыуын белдерҙе. Һөнәр һайлауға килгәндә, ул күңелгә ятышлы һәм ихтыяж менән файҙаланылған булырға тейеш. Һәр уҡыусы мәктәптәге белемдең ныҡлы база һәм киләсәккә нигеҙ буыуын аңларға тейеш. Баланың билдәле гимназияламы йәки ауыл мәктәбендә уҡыймы айырма юҡ, уҡыусының белемгә ынтылышы, теләге көслө икән ул тормошта юғалып ҡалмаясаҡ.




