Май указдары

Республикала һәр һигеҙенсе кеше фәҡирлек сигендә йәшәй. Йәғни, 500 мең тирәһе халыҡтың килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк. Был турала бөгөн Республика Башлығы май указдарын үтәүгә арналған кәңәшмәлә белдерҙе. Стратегик документта 12 тармаҡ буйынса маҡсаттар билдәләнгән, бөгөнгө кәңәшмә биш йүнәлеш ҡаралды.

Май указының йөкмәткеһен бер һүҙ менән аңлатырға мөмкин, 6 йыл эсендә Рәсәй бөтә йүнәлештәр буйынса ла алға сығырға тейеш. Башҡортостан стратегияһына килгәндә, етештереү ҡеүәтен 3, 5 процентҡа арттырыу ҡарала, йәғни ошо күрһәткес буйынса Башҡортостан 2030 йылға илдең ун көслө төбәге исемлегенә инергә бурыслы. Иң мөһим мәсьәлә фәҡирлеҡ менән бәйле, бюджет хеҙмәткәрҙәренең эш хаҡын күтәреүгә ҡарамаҫтан был проблема көнүҙәк булып ҡала. Бөгөн һәр һигеҙенсе кеше хәйерселек сигендә йәшәй. Түбән килем, бигерәк тә ауыл ерендә, иҡтисадты тотҡарлаусы етди фактор тине Рөстәм Хәмитов. Май указдарында фәҡирлек күрһәткесен 6 йыл эсендә ике тапҡырға кәметеү бурысы ҡуйыла.

Мәғариф өлкәһенә килгәндә һанлы уҡытыу мөхитен үҫтереү, өҫтәлмә белем биреүҙе камиллаштырыу мотлаҡ. Барлыҡ мәктәп һәм колледждарҙа юғары тиҙлекле интернет үткәреү талап ителә. Балаларҙың фекерләү ҡеүәһен бәләкәй саҡтан үҫтереү, һәләтле балалар менән эшләү мөһим. Мәғариф министры билдәләүенсә, өс йәшкә тиклемге сабыйҙарҙың үҫеше өсөн 1 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә, шул иҫәптән яңы заманса балалар баҡсалары ла төҙөләсәк.

Беҙҙең амбициоз 10 мәсьәлә ҡуйылған, уларҙың өсәүһе бик яңы, сөнки быға тиклем документтарҙа янғырамай ине. Улар буйынса беҙҙең ведомстволар эшләргә тейеш.

Гөлназ Шафиҡова, Башҡортостандың мәғариф министры

Медицина буйынса демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу, ҡан әйләнеше ауырыуҙарынан вафат булыу осраҡтарын, сабыйҙар үлемен кәметеү мотлаҡ. Уртаса ғүмер оҙонлоғо 30-сы йылға 80 йәшкә тиклем етергә тейеш. Кадрҙар менән бәйле ауыл докторы, фельдшеры программаларын оҙайтыу ҡаралған. Ултырышта торлаҡ, юл төҙөлөшө, экология, ҡалаларҙы төҙөкләндереү хаҡында ла һүҙ барҙы.

Указ фәнни-техник, социаль-иҡтисади үҫештең нигеҙе булып тора. Уны тормошҡа ашырыу өсөн Рәсәй иҡтисады йыл һайын ҡуйылған планды арттырып үтәргә, донъяуи күрһәткестәрҙән дә алдараҡ барырға тейеш.

Автор: Рәмзиә Кәримова