Хужаһыҙ соҡор оло фажиғәгә килтергән. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, тәфтиш комитеты Ҡыйғы районында 6 йәшлек баланың үлем осрағы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.
Ҡурҡыныс хәл апрель аҙағында Киҙетамаҡ ауылында теркәлгән. Бар халыҡ май байрамдарын ҡаршы алырға йыйынған ваҡытта Вилназ исемле малай һыуға батып һәләк булған. Баланың яҡындары фажиғәгә урындағы ит комбинаты ғәйепле тигән фекерҙә. Сөнки улар бысраҡ һыуҙарын совет йылдарынан ҡалған соҡорға ағыҙған.
Ул көндө Вилназ исемле малай олатаһы менән өләсәһенә хужалыҡ эштәрендә ярҙам итергә ҡала. Әммә киске сәғәттәрҙә бала күҙ менән ҡаш араһында ғәйеп була. Улын эҙләп олатай кеше иң тәүҙә эргә-тирәне байҡап сыға. Әммә таба алмағас малайҙың атаһына шылтыратып хәбәр итә. Яҡынса бер сәғәттән баланың кәүҙәһе өй янындағы тәрән соҡорҙа табыла.
Һыу эсенән сығарыу менән атай кеше улын яһалма тын алдырып маташа. Әммә ярҙам итергә һуң була. Ә бит оло фажиғәне иҫкәртергә мөмкин булыр ине, ти Вилназдың өләсәһе. Ул бер ай алдан йорт эргәһендә соҡорҙо күмдерергә теләп урындағы властарға мөрәжәғәт итә. Тик ни өсөндөр ҡатын-ҡыҙҙы ишетеүсе етәксе табылмай.
Ит комбинаты етәксеһен беҙ эш урынында осрата алманыҡ. Шулай ҙа Екатеринбургта йәшәүсе эшҡыуар яуапты телефон аша ҡайтарыуҙан баш тартманы.
Урындағы властар был соҡор тураһында бөтөнләй хәбәрҙар булмай. Улар резервуар барлығы тураһындағы фажиғә алдынан ғына малайҙы өләсәһенән ишетә. Сөнки совет йылдарынан ҡалған соҡор бөгөн бер кемдең дә балансында тормай. Шуға ҡарамаҫтан ит комбинаты уны иркенләп үҙ мәнфәғәттәре өсөн файҙалана.
Ҡыйғы районындағы үлем осрағы буйынса тәфтиш комитеты енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Әммә тикшереү башланыуынан Вилназдың ата-әсәһе бер ҙә генә еңеллек кисермәй. Бөгөн улар көн һайын тиерлек сәскәләр тотоп зыярат һуҡмағын тапай. Улар әйтеүенсә, әле мәктәпкә лә барырға өлгөрмәгән бала спортты ярата. Айырыуса футбол менән шахматты үҙ итә. Шуға ла бөгөн уның ҡәбере өҫтөндә веноктар менән бергә яратҡан өҫтәл уйыны һәм тупҡа ла урын табылған.




