Ураҙа ғәмәлдәре

Рамаҙан мосолман календаренең 9-сы айы. Ул донъя мосолмандарына иң мөһим һәм абруйлы айҙан һанала. Ай дауамында ҡояш ҡалҡҡансы көндөң яҡты ваҡытында ураҙа тотоп, туҡланыу һәм һыу эсеүҙән тыйылып торалар.

Фото №1 - Ураҙа ғәмәлдәре

Ҡояш байыу менән, ҡара епте ағынан айырып булмай башлағанға тиклем, аштан баш тартыу. Был әлбиттә, ураҙа тотоу өсөн төп маҡсат түгел. Мосолман өммәтенән булғандарға Ураҙаның мәғәнәһе һәм әһәмиәте тәрәнерәк - ул иманыңды нығытыу, рухи юғарылыҡҡа ынтылыу, тыйғандарҙан тыйылыу һәм йәшәү ҡиммәттәрен асыҡлау. Кушнаренко районы Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәгән Мирвәлиевтар ғаиләһе лә Ураҙаны көтөп ала. Ғаилә бөтә дини ҡанундарҙы үтәй. Быйыл Алик Мирвәлиев ғүмерендә беренсе тапҡыр Ураҙа тоторға ниәт иткән.

Ураҙаны быйыл беренсегә тотоп ҡарарға уйлайым.

Алик Мирвәлиев, Иҫке Ҡормаш ауылында йәшәүсе

Медицина күҙлегенән ҡарағанда, Ураҙа тотоу ғүмер оҙонлоғона ла ыңғай йоғонто яһай. Америка ғалимдары тикшереүенсә, ай дауамында Ураҙа шартына ярашлы, ҡояш байығансы ашамай тороусыларҙа күҙнәктәренең йәшәү оҙонлоғо арттырыусы гендар әүҙемләшә. Олоғая барған һайын күҙәнәктәрҙә был һәләт кәмей, шуға кеше лә ҡартая. Ас тороу йөрәк күҙәнәктәрен таҙарта эшмәкәрлеген яҡшырта. Кешенең ауырыуҙарға тороу һәләте лә арта. Әммә, медицина күҙлегенән ҡарағанда, изге ғәмәлде башҡарыуҙа ҡайһы бер сикләүҙәр ҙә бар.

Кемдең ашҡаҙаны, бөйөрө ауырта, йәки шәкәре күтәренке ураҙа тоторға ярамай. Шулай уҡ был ауырлы ҡатындарға һәм ауыр эштә эшләүселәргә ҡағыла. Ураҙаны дөрөҫ тотҡанда файҙаһы ла күп, атересколерозды, шәкәрҙе әҙәйтә.

Фирүзә Сәфиуллина, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының табип-диетологы

Ураҙа тотоуҙан тыш, Ислам тәртибенең биш бағанаһынан иң мөһиме - хаж ҡылыу. Хаж ҡылыу мөъмин-мосолман өсөн төп фарыздарҙан һанала. Хажға йыйыныусы башта ниәт әйтә һәм бурыстарынан ҡотола. Башҡортостандан ике фермер Иглиндән Хәсән Иҙиәтуллин менән Кушнаренконан Марсель Әхиәретдиновтар хажға 30 апрелдә һыбай юлланды. Әлеге ваҡытта улар Каспийҙың Иран менән һыу сигенә яҡын Оля портына еткән.

Беренсе тапҡыр барғас, ауырыраҡ, әммә аттарҙы алыштырһаҡ алыштырабыҙ, ләкин аттарҙа барыу маҡсатынан баш тартмайбыҙ.

Хәсән Иҙиәтуллин,Хажға юлланыусы
Башбат

Йәннәт ҡапҡалары асылған, бөтә мосолман көтөп алған изге Рамаҙан айы килеп етте. Изге ай менән Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Сафа Тажетдин хәҙрәттәрҙе тәбрикләне.

15 май ҡояш байыу менән Рамаҙан айы башлана, ә 15 июнь көндө Ғәйетебеҙ ҙә була. Барыбыҙға ла мөбәрәк булһын, шатлыҡ һөйөнөстәрҙе Аллаһ күрергә насип итһен.

Тәлғәт Тажетдин,Рәсәй мосолмандары үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй

Ураҙа айының тәрбиәүи көсө баһалап бөткөһөҙ. Рамаҙан беҙҙе сабырлыҡҡа миһырбанлыҡҡа өйрәтә. Быйыл фитр саҙаҡаһы урта хәллеләргә 100, хәлле кешеләргә 450 һум тәшкил итә. Изгелек ҡылыу, кешеләргә яҡшы мөнәсәбәттә булыу, харам ризыҡтан һәм ғәмәлдәрҙән тыйылыу дини байрамдарҙа ғына түгел, көн һайын әүтәргә тейеш ғәмәлдәребеҙ.

Автор: Гүзәл Борханова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ