Өфөлә ата-әсәләр конференцияһы уҙасаҡ

Дим районында 25 майҙа ата-әсәләр конференцияһы ойоштороласаҡ.

Фото №1 - Өфөлә ата-әсәләр конференцияһы уҙасаҡ

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, үҫмерҙәрҙең ата-әсәләре ярҙамға мохтаж, сөнки балаларҙың тап ошо осоро ҡыйынлыҡтар тыуҙыра. Үҫмерҙәр агрессив була, уҡыуға ҡыҙыҡһыныуҙарын юғалта һ.б. Был ваҡытта балаға тик ата-әсәләре генә ярҙамға килә ала. Бының өсөн улар үҫмерҙе аңлап, уға кәңәштәр бирергә тейеш. Уҙасаҡ конференцияла тап ошо тема сара үҙәгенә ҡуйыласаҡ.

Сара Таллинская урамы, 17 адресы буйынса үтә. Башлана 18:30 сәғәттә. Инеү бушлай.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ