Өфөлә санитар эштәр ваҡытында йөҙйәшәр ағастар ҡырҡыла

Өфөлә санитар ағас ҡырҡыу эше башланды. Сара барышында хәүефһеҙлек өсөн ҡарт ағастар ҡырҡыла.

Өфө ҡала хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәр буйынса, быйылғы йылда ағастарҙы ҡырҡыу эше биш объектта башҡарыласаҡ. Киров районының «Леруа Мерлен» сауҙа үҙәге артында санитар эштәр тамамланған да инде. Шулай уҡ, 40-сы һанлы мәктәп биләмәһендә был эштәр тамамланыуға бара. Иң күләмле эш- Яр буйы Моторҙар эшләүселәр урамында. Бында тирәк ағастарының йәше етмешкә етә, араларында йөҙйәшәр ағастары ла бар.

Ағастарҙы ҡырҡыу эше барышында махсус техника эшләй. Ҡырҡылған ағастар полигонға сығарыла.