Республикала еңел автомобилдең КамАЗ менән бәрелешеүе һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлә

Сибай ҡалаһында ВАЗ автомобиле менән йәк машинаһы бәрелешә. Еңел автомобиль салонында бер йәшлек бала ла була.

Фото №1 - Республикала еңел автомобилдең КамАЗ менән бәрелешеүе һөҙөмтәһендә бер кешенең ғүмере өҙөлә

Хәбәр итеүҙәренсә, ВАЗ-2106 автомобиле водителе йөк машинаһына юл бирмәгән. Һөҙөмтәлә, улар бәрелешә. Зыян күреүсе пассажирҙар һәм водитель дауаханаға оҙатыла.

Асыҡланыуынса, "ВАЗ" водителенең 33 йәшлек ҡатыны дауаханала вафат була. 45 йәшлек водитель һәм уның бер йәшлек ҡыҙы тән йәрәхәттәре алған. Осраҡ буйынса тикшереү эше бара.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ