Янғын һөҙөмтәһендә 94 йәшлек пенсионер ҡатын һәләк була

Дүшәмбе кис, 14 май, Бүздәк районында янғын һөҙөмтәһендә 94 йәшлек ҡатын вафат була. Әле янғын сәбәптәре асыҡлана.

Фото №1 - Янғын һөҙөмтәһендә 94 йәшлек пенсионер ҡатын һәләк була

Асыҡланыуынса, Бүздәк ауылының Социалистик урамында шәхси йорт янған була. Ҡотҡарыусылар янғындан 94 йәшлек пенсионер ҡатынды алып сыға һәм уны медицина хеҙмәткәрҙәренә тапшыралар. Ҡыҙғанысҡа, ҡатындың ғүмерен ҡотҡарып алып булмай.

Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында тәфтишселәр эшләй, янғын сәбәптәре асыҡлана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ