Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе ҡатын үҙенсәлекле түтәл яһаған

Алла Фәтҡуллинаның үҙенсәлекле түтәле иң яҡшы йорт алды сәскә түтәле конкурсында ҡатнаша. «Ташлы джунгли» исеме аҫтындағы түтәл Гагарин урамы, 14-се һанлы йорт алдында урынлашҡан. Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Сипайлово биҫтәһендә йәшәгән ҡатын бындай үҙенсәлекле түтәлде бынан ике йыл элек үк эшләргә уйлаған.

Ҡатын машиналар ҡуйыу урыны янына түтәл ҡаҙый. Торлаҡ-эксплуатация участкаһы етәкселеге урында йәшәүсенең уйын хуплай һәм түтәлде кәртәләүҙә, таш менән ярҙам күрһәтә. Үҫентеләрҙе ҡатын үҙ иҫәбенә ала. Вандалдар тарафынан был үҫентеләр бер нисә тапҡыр ҡаҙып алына, тик Алла фәтҡуллина туҡтап ҡалмай. Бәләкәй баҡса уртаһына үҙ ҡулдарын менән яһаған «Якими-гата» көнсығыш яҡтыртҡысы ултырта.

Сипайлово түтәле- конкурста ҡатнашырға теләк белдереүселәрҙең тәүгеһе. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, иң яҡшы йорт алды түтәлдәренә конкурс 12 майҙа старт алды. Сарала ҡатнашыу өсөн 12 майҙан 1 августҡа тиклем заявка бирергә кәрәк.