Өфөлә мутлашыусылар оло йәштәге пенсионерҙың аҡсаһын урлаған

Оло йәштәге пенсионер мутлашыусылар ҡулынан алдана. Үҙҙәрен почта хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған ир менән ҡатын, пенсионерҙың аҡсаһын урлай. Әлеге ваҡытта полиция мутлашыусыларҙы эҙләй.

Фото №1 - Өфөлә мутлашыусылар оло йәштәге пенсионерҙың аҡсаһын урлаған

Республиканың Эске эштәр бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, оло йәштәге ҡатын магазиндан ҡайтып барған саҡта, ял итергә туҡтай. Шул саҡта уның янына ике билдәһеҙ кеше килә. Улар үҙҙәрен почта хеҙмәткәрҙәре тип таныта һәм инәйгә 1500 һум күләмендә өҫтәмә түләү барлығы хаҡында әйтәләр. Мутлашыусылар биш мең һумлыҡ аҡсаны биреп, ҡайтарым һорайҙар. Зыян күреүсе уларҙы өйөнә саҡырып, 3500 һум күләмендә ҡайтарым бирә. Асыҡланыуынса, биш мең һумлыҡ аҡса ялған була.

Урында йәшәүселәрҙе иғтибарлы булырға саҡырылар. Таныш булмағандарға ышанып бармаҫҡа кәңәш ителә.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ