Миәкә районында йәшәүселәр ун көн дауамында эсәр һыуһыҙ интегә

Миәкә районында прокуратура урындағы халыҡтың хоҡуҡтарын яҡлап сыға. Оҙаҡлы ваҡыт урындағыларҙы эсәр һыу менән тәьмин итмәйҙәр. Прокуратура тикшереүенән һуң, һыу менән тәьминиәт яңынан тергеҙелә.

Фото №1 - Миәкә районында йәшәүселәр ун көн дауамында эсәр һыуһыҙ интегә

Республика прокуратураһы хәбәр итеүенсә, Миәкә районының ауылдарының береһендә оҙайлы ваҡыт һыу булмаған. Асыҡланыуынса, һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү системаһы төҙөк булмаған. Авария тәүлек эсендә бөтөрөлөргә тейеш. Ә ойошма урындағы халыҡты һыуҙы ташып, тәьмин итергә бурыслы.

Тик хеҙмәтләндереүсе ойошма ун көн дауаымнда авария эҙемтәләрер бөтөрөү буйынса саралар күрмәй. Ойошма етәксеһенә шелтә яһала. Һыу менән тәьминиәт тергеҙелә.

Фото: Интернет

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ