Республикала теркәлгән үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһында һәләк булыусыларҙың һаны артты

Шишмә районында Һамар-Өфө-Силәбе юлында еңел автомобиль менән йөк машинаһы бәрелешә. Ике кеше ваҡиға урыныда һәләк була.

Дәүләт автоинспекцияһы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә бер пассажир вафат була. Быға тиклем уны дауаханаға оҙатҡан булалар. Тик табиптар ҡыҙ ғүмерен һаҡлап алып ҡала алмай. Еңел автомобиль водителе һәм бер пассажир тән йәрәхәттәре ала.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, авария 14 майҙа теркәлә. Билдәле булыуынса, водитель такси хеҙмәтен күрһәткән. Йөк машинаһы менән бәрелешеүҙән ҡасып, еңел автомобиль юлдан ситкә төшөп китә. , авария 14 майҙа теркәлә. Билдәле булыуынса, водитель такси хеҙмәтен күрһәткән. Йөк машинаһы менән бәрелешеүҙән ҡасып, еңел автомобиль юлдан ситкә төшөп китә.