Башҡалала ете йыл эсендә 23 мең автомобиль өсөн машиналар ҡуйыу урыны булдырылған

Башҡалала машиналар ҡуйыу урынын булдырыу буйынса эштәр дауам итә. Махсус урындар йор алдарын төҙөкләндереү ваҡытында ла булдырыла. Был саралар урында йәшәүселәре ризалығынан башҡарыла.

Фото №1 - Башҡалала ете йыл эсендә 23 мең автомобиль өсөн машиналар ҡуйыу урыны булдырылған

Өфө ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, шулай уҡ законһыҙ урынлаштырылған гараждарҙы һүтеү эше лә дауам итә. Уларҙың урынында нимә булырын дөйөм йыйылышта урындағылар үҙҙәре хәл итә.Ғәҙәттә, балалар майҙансығы йәки машинадар ҡуйыу урындары булдырыла. Ошо уңайҙан, ҡалала йөҙ мең машинаға махсус урындар булдырыу мөмкинлеге бар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ