Кемеровола «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәге һүтелә

«Ҡышҡы сейә» сауҙа һәм ял итеү үҙәге, янғындан һуң, һүтелә башланы. Һүтеү буйынса сығымдарҙы бинаның хужалары үҙ өҫтөнә алды. Мөлкәт ҡалаға тапшырыласаҡ.

«РИА Новости» билдәләүенсә, һүтелгән сауҙа үҙәге урынына һәләк булыусылар иҫтәлегенә сквер булдырасаҡтар. Төҙөкләндереү эштәрен 1 сентябргә тиклем тамамлау ҡаралған. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, дүрт ҡатлы сауҙа үҙәгендә янғын 25 март көнө теркәлгәйне. Һөҙөмтәлә, 60 кешенең ғүмере өҙөлә, күптәре-балалар.

Янғында һәләк булыусылар һаны буйынса, был янғын илдә һуңғы йөҙйыллыҡта теркәлгән ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса күләмлеһе тип табыла. Асыҡланыуынса, сауҙа үҙәгендә янғын сигнализациялары төҙөк булмаған. Ваҡиғанан һуң бер нисә кешене ҡулға алалар.