Башҡортостанда газ йыйылып тороп, шартлау сәбәпле мемориаль комплекс зыян күрә

Ваҡиға Ағиҙел ҡалаһында теркәлә. Газ йыйылыу сәбәпле, мемориаль комплекс зыян күрә. Бәхеткә, зыян күреүселәр юҡ.

Фото №1 - Башҡортостанда газ йыйылып тороп, шартлау сәбәпле мемориаль комплекс зыян күрә

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, мемориаль комплекстың кирбес стеналары араһында газ йыйылып тора. Газ баллоны комплекс янындағы соҡорға урынлаштырылған була, унан Мәңгелек утҡа торба һуҙылған була. Күрәһең, газ йыйылып тороу сәбәпле, шартлау була. Әлегә ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.

Билдәләп үтергә кәрәк, быйыл мемориал төҙөкләндереүгә әҙерләнә. Кирбес стеналарын яңыға алмаштырыу күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ