Һыу менән тәьмин итеү яҡынса 18 процентҡа күтәрелә. Күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр уның бер кубы өсөн яҡынса 25 һум 72 тин түләйәсәк.
Был турала Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктура үҫеше комитетының күсмә ултырышында билдәләнде. План буйынса коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ 1 июлдән артырға тейеш. Тарифтарға ҡағылышлы республика өсөн дөйөм индекс та раҫланған. Ул яҡынса 6 процент самаһы. Хаҡ федераль ҡануниәткә нигеҙләнеп планлы рәүештә арта.
Һыу түгеү өсөн хаҡтың артыуын "Өфө һыу каналы" предприятиеһы инвестиция проекттары менән аңлата. Коммуналь селтәр туҙған, уны яңыртыу талап ителә. Торбаларҙы төҙөкләндереүгә тотоноласаҡ аҡсалар квитанцияларҙа сағылыш табасаҡ тип билдәләй Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Елена Родина. Белгестәр фекеренсә, коммуналь тарифтар иҫәпләү ҡоролмалары нигеҙендә түләнергә тейеш. Иң мөһиме, был өлкәлә асыҡлыҡты тәьмин итеү мөһим, тине күсмә ултырышта ҡатнашыусылар.




