Бөгөн республиканың бөтә райондарында ла кампанияның ҡыҙған мәле. Иглин аграрийҙары быйыл ун мең гектар майҙанға бөртөклө культуралар сәсә.
Әлеге ваҡытта эштең өстән бер өлөшө планға ярашлы теүәлләнгән. Төбәк аграрийҙары тәүлек әйләнәһенә дым ҡаплау, ужым культураларын туҡландырыу менән мәшғүл. Шәхси эшҡыуар Альберт Мостафиндың хужалыҡ баҫыуында ла техника тауышы тынмай. Быйыл хеҙмәткәрҙәр йөҙ гектарға элиталы орлоҡ сәскән. Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә, хужалыҡ гектарынан 50 центнер уңыш алырға иҫәп тота.
Саҡмағош районының "Октябрь" хужалығы кооперативы хеҙмәткәрҙәре лә ни сәсһәң, шуны урырһың, яҙҙың бер көнө йылды туйҙыра тигән девиз менән эшләй. Баҫыу эшсәндәре гектар артынан ҡыумай, сифатлы уңыш алыр өсөн башта ерҙе еренә еткереп эшкәртә. Хужалыҡта һуңғы йылдарҙа уңышты мул биреүсе, яңы перспективалы культуралар үҫтереүгә ҙур әһәмиәт бирелә. Әлеге ваҡытта сәсеү майҙандарының яртыһында эштәр тамамланған, көнбағыш, бойҙай, арпа сәселгән. Бөгөн-иртәгә хужалыҡ сөгөлдөр ултыртырға төшөргә ниәтләй. Техника әҙер, яғыулыҡ материалдары етерлек, ти кооператив етәксеһе. Хеҙмәткәрҙәр ике сменаға бүленеп эшләй, һауа шарттары яҡшы булғанда баҫыу эштәре бер аҙна эсендә тамамланыр, тип көтөлә.




