Бәлә аяҡ аҫтында

Йыл башынан алып Башҡортостанда 130 кеше сысҡан биҙгәге йоҡторған. Был күрһәткес үткән йыл менән сағыштырғанда, кәмерәк, әммә тынысланырға ярамай, сөнки ҡыштың ҡарһыҙ һәм яҙҙың һуңлап килеүе арҡаһында геморрагик биҙгәктең көслө мәле лә йәй аҙағында ғына көтөлә, ти белгестәр. Дөйөм алғанда, сысҡан биҙгәге йоҡтороу осраҡтары республикала арта һәм быға ябай ғына һаҡланыу ҡағиҙәләре үтәлмәүе сәбәпсе.

Фото №1 - Бәлә аяҡ аҫтында

Ер эштәре ҡыҙған мәл. Баҡсасылар, ауылда йәшәүселәр оҙайлы ҡыштан һуң йорт-ҡаралтыһын сүп-сарҙан таҙарта. Ләкин тап ошо мәлдә төрлө сирҙәр йоҡтороу ихтималлығы көсәйеүен күптәр уйлап та бирмәй. Иң хәүефлеһе халыҡ телендәге сысҡан биҙгәге.

Йыш ағыулап торабыҙ һәм бесәй ҙә тотабыҙ. Сысҡанды йышыраҡ бесәй тота. Өй яңы бклғас, өйгә инә алмай, әммә баҡсала күп күренә. Ғүмер буйына ауылда үҫкәс, сысҡанға өйрәнеп бөттөк.

Руслан Насиров

Тап вайымһыҙлыҡ күңелһеҙ хәлдәргә килтерә лә инде. Ә бит ни бары ябай ҡағиҙәләрҙе генә үтәү шарт. Тәү сиратта үҙ-үҙеңдең сәләмәтлегеңә ҡарата һаҡсыл ҡараш.

Әле баш ҡаланың йоғошло ауырыуҙар дауаханаһында ғына геморрагик биҙгәк билгеләре менән ун ете кеше ята. Бер кешелә сир иҫбатланған. Әле ул реанимацияла. Шуға күрә был осорҙа хәл киҫкенләшмәҫ борон үҙеңде насар тойған осраҡта ла табиптарға мөрәжәғәт итеү хәйерлерәк. Сөнки геморрагик биҙгәктең үҙенә генә хас билгеләре юҡ.

ОРВИ һәм грипптан бик ныҡ айырылмай.Температура юғары күтәрелә, тән һәм быуындар һыҙлай. Ике-өс көн температура төшмәй. Шуға күрә үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, шул уҡ ваҡытта табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ.

Зәлифә Йосопова, Табип-инфекционист

Башҡортостан тотош илдә геморрагик биҙгәктең иң көслө ерендә урынлашҡан. Төбәктәге кимереүселәрҙең 8 проценты тиерлек был сирҙе йөрөтә. Шуға ла урманға сыҡҡан һәр кем сысҡан биҙгәген йоҡтороуы ихтимал.

Быйыл яҙҙың һуңлап килеүе арҡаһында геморрагик биҙгәк йоҡтороусылар ҙа ике тапҡырға аҙыраҡ. Волга буйы федераль округында республика туғыҙынсы урында тора. Был бик яҡшы күренеш, сөнки ауырыуҙар һаны буйынса һәр ваҡыт тәүге урындарҙа инек. Был төбәктә уҙғарылған иҫкәртеү саралары артыуына ла бәйле. Әле лә дератизация эштәре туҡтамай.

Олег Мәүлетов, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәте Башҡортостан буйынса идаралығының бүлек етәксеһе
Башбат

Йыл башынан алып республикала 130 кеше геморрагик биҙгәк менән дауаханаға эләккән. Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, сирҙе йышыраҡ ирҙәр йоҡтора. Быға йыуылмаған ҡул менән тәмәке тартыу сәбәпсе. Ауырыу ҡулдан тура үпкәләргә инеп ултыра.

Автор: Айнур Кәбиров

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ