Өфөлә йәшәүсе 27 йәшлек ир экстремистик ойошма төҙөүҙә ғәйепләнә

Суд, Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитеты идаралығы туплаған мәғлүмәттәрҙе уға хөкөм ҡарары сығарыу өсөн етерлек тип таныған.

Тикшереү барышында асыҡланыуынса, 2013-2014 йылдарҙа ир "Белая река" тип исемләнгән экстремистик ойошма төҙөй. Уның ағзалары республика райондарының береһендә нацистик символиканы пропагандалай, лидерҙарына бәйле янъял сығарып, уның видеояҙмаһын интернет селтәренә ҡуя. Бынан тыш, "Бәйләнешә" селтәрендә экстремистик фотоматериалдар ҙа урынлаштырыла. Енәйәтсел төркөм эшмәкәрлеге Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығы оператив хеҙмәткәрҙәре тарафынан тыйыла. Суд ҡарары менән иргә 200 мең һум күләмендә штраф һалынған.